Новости

ИИЯЛ УФИЦ РАН сердечно поздравляет с.н.с. отдела языкознания, к.ф.н. Нафикова Шамиля Валеевича с 70-летним юбилеем!

6 ноябрь – Рәсәй фәндәр академияһы Өфө ғилми үҙәге Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының өлкән ғилми хеҙмәткәре, филология фәндәре кандидаты Шамил Вәли улы Нафиковҡа – 70 йәш

Шамил Вәли улы Нафиков – башҡорт теленең килеп сығышын өйрәнеүсе булараҡ танылған телсе-ғалим. Тәүге ғилми аҙымдарын лексикология өлкәһендә эшләп, 1987 йылда ул башҡорт теленең балыҡсылыҡ атамалары буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҡлай. Был эштең материалдары артабан “Һыу буйында балыҡсы” (Өфө, 1997) тип исемләнгән фәнни-популяр китабында урын ала, уҡыусылар тарафынан бик йылы ҡабул ителә.

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтында Шамил Вәли улы 1990 йылдан бирле эшләй. Уның тикшеренеү даирәләре шаҡтай киң һәм күп яҡлы. Тәү сиратта, ул – лексикограф, байтаҡ ике телле һүҙлектәрҙе төҙөүҙә ҡатнаша. Һуңғы йылдарҙа ун томлы “Башҡорт теленең академик һүҙлеге”н әҙерләүҙә инглиз теленә тәржемәсе булараҡ башҡорт һүҙен сит ҡитғаларға танытыу эшен алып бара.

Заманында Башҡорт дәүләт университетының сит телдәр бүлеген тамамлаған ғалим инглиз, немец, француз телдәрендә иркен аралаша, итальян телен үҙләштергән, ғилми эшмәкәрлегендә лә был телдәрҙе йәлеп итеп, тарихи һәм сағыштырма лексикология буйынса хеҙмәттәр яҙа.

Шулай ҙа ғалимдың яратып һәм ҡолас йәйеп эшләгән өлкәһе булып ностратик тикшеренеүҙәр ҡала килә. Был тема буйынса Шамил Нафиковтың бик күп һанда ғилми мәҡәләләре, сығыштары йәмәғәтселеккә киң билдәле. Бөтмөр, тәфсирләп эшләүсе тикшеренеүсенең “Башҡорт телендә бореаль элементтар” (2003), “Тамыры уғата боронғо башҡорт” (2009), “Башҡорт теленең төҙөлөшө” (2011) китаптарында башҡорт теленең этимологияһы мәсьәләләре күтәрелә, башҡорт һүҙенең ҡәрҙәш һәм ҡәрҙәш булмаған телдәргә мөнәсәбәте асыҡлана, төрлө телдәр ғаиләһендә уртаҡ тамырҙар табылып, шул нигеҙҙә дөйөм ностратик системала башҡорт теленең урыны билдәләнә. Әйтергә кәрәк, бындай эҙләнеүҙәр – башҡорт тел ғилемендә бик һирәк күренеш.

Төплө белемле, әҙерлекле ғалим үҙ өҫтөндә эшләүҙе бер ваҡытта ла туҡтатмай, тикшеренеүҙәренә яңынан-яңы телдәр материалын йәлеп итә, һәр ваҡыт эҙләнеүҙә, хәрәкәттә. Һайлаған фәнни йүнәлешендә уға артабан уңыштар һәм һаулыҡ юлдаш булһын!

Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты хеҙмәткәрҙәре коллективы

Подробнее